Ташбүкән

 Урман поселогы Ташбүкән Башҡортостан республикаһының Гафури районында урынлашҡан. Районда иң көньяғында, Ишембай районы менән сикләшә. Күрше ауылдар төньяҡтан Ҡурғашлы(8 км), көньяҡ тарафтан Иҫәкәй һәм Әрмет ауылдары урынлашҡан. Район үҙәге Красноусолға тиклем (Ҡурғашлы аша) 20 км самаһы.. Ауыл ике өлөштән тора үрге һәм түбәнге ауылдврҙан. Түбәнге Ташбүкәндә ауыл советы урынлашҡан. Ташбүкән ауыл советына Ташбүкәндән тыш Ҡурғашлы ауылы ла инә. Ауылда элекке ваҡытта булған урман хужалығы предприятиеһы күптән эшләмәй. Ауыл бөлгөнлөктә, йәштәр эш эҙләп Себергә һәм башҡа яҡтарға сығып китергә мәжбүрҙәр. Бындағы башҡорт ауылдарына хөкүмәт яғынан бер бер ниндәй ярҙам күрһәтелмәй. Шул уҡ ваҡытта ауыл кешеләренә юнселлек менән шөғөлләнеп китеүе лә ауыр - сәбәп райондағы бюрократия һәм инфраструктураның үҫешмәгән булыуында.

 

 

 

 

 

 

Создать бесплатный сайт с uCoz